Концепция тураһында

Асыҡ хөкүмәт - ул хөкүмәттең йәмәғәт ҡиммәттәре буйынса йәмғиәт һәм айырым граждандар менән бергә эш алып барыуы
«Экономик хеҙмәттәшлек һәм үҫеш ойошмаһы» Халыҡ-ара экономик ойошма

«Асыҡ Республика» проекты граждандар һәм хөкүмәт араһындағы диалогтың яңы формаларын барлыҡҡа килтереү, "асыҡ" региондың оҙайлы ваҡытҡа стратегия төҙөү, үҙ эсенә электән башланған мәғлүмәтте асыу һәм граждандар менән үҙ-ара килешеп эш итеү проектын берләштереүгә йүнәлтелгән.

Проект ике йүнәлештә алып барыла – хөкүмәт органдарының үтә күренеүсәнлеген күтәреү һәм электрон демократияны үҫтереү. Хөкүмәт органдарының үтә күренеүсәнлеге халыҡҡа дәүләт органдарының эшмәкәрлеге тураһында тулы мәғлүмәт биреүҙе булдыра, шул иҫәптән, машина уҡырлыҡ формала ла. Электрон демократия йәмғиәт һәм хөкүмәттең үҙ-ара килешеп эшләүенең яңы формаларын булдырыуҙы күҙаллай.

«Асыҡ Республика» проектының төп принциптары:
  • Айырым социаль төркөмдәрҙең мәғлүмәти һорауҙарына йүнәлтеү.
  • Граждандар һәм бизнес өсөн хөкүмәт тураһында мәғлүмәттең һәм уның менән эш итеүҙең асыҡ булыуы.
  • Граждандарҙы дәүләт эшмәкәрлегенә, республика һәм муниципаль кимәлдә ҡарарҙарҙы ҡабул итеү процесына ылыҡтырыу.
  • Гражданлыҡ ҡарашты сағылдырғанда механизмдарҙың ябай, уңайлы һәм асыҡ булыуы.
  • Дәүләт финанстары һәм һатып алыу идаралығында таҙалыҡ.
  • Республика һәм муниципаль маҡсатлы программаларҙы үтәүҙәге таҙалыҡ.
  • Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрен электрон рәүештә киңәйтеү һәм уны популярлаштырыу.
  • Дәүләт эшмәкәрҙәре һәм граждандар менән технологик инновацияларҙы ҡулланыу.
  • Хөкүмәт органдарына идара итеү буйынса ҡарарҙар ҡабул итеү өсөн төп мәғлүмәттәрҙең асыҡ һәм таҙа булыуы (төрлө йүнәлештәр буйынса). Тик уларҙың шәхси мәғлүмәт һәм дәүләт сере түгеллеге шарт булып тора.
«Асыҡ республика» проектын тормошҡа ашырыу түбәндәгеләргә юл аса:
  • Локаль кимәлдән алып республикаға тиклемге бөтә ҡатламдарҙағы һорауҙарҙы хәл итеүҙә конструктив граждандар активлығын стимуллаштырыу.
  • Башҡортостан Республикаһы хөкүмәт органдарының эшен граждандар һәм бизнес өсөн таҙа, һығылмалы, эффектлы, яуаплы итеү.
  • Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәре күрһәтеү процесын, дәүләт һәм муниципаль ресурстар менән идара итеү барышын алға этәреү (шул иҫәптән, инновация ҡулланыу аша).
  • Министерство, ведомство, муниципалитеттар эшенә масштаблы программа продукттарын индереү, ведомстволар эше барышын оптимизациялау, хөкүмәт органдары вәкилдәренең һәм урындағы халыҡтың компьютер грамоталылығын үҫтереү аша Башҡортостан Республикаһында IT-тармағын үҫтереүҙе стимуллаштырыу.

2012 йылдың 6 авгусынан РП - 190 номер аҫтындағы «Башҡортостан Республикаһында «Асыҡ Республика» проектын булдырыу буйынса саралар тураһында» Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарары


Вы можете разместить наш баннер у себя на сайте.
88x31
120x60
500x47
180x150
240x400


Үҙ фекереңде тәҡдим итеү

* Форма тик «Асыҡ Республика» проектына ебәреүгә тәғәйенләнгән. Модераторҙа тикшереү үткән фекерҙәр форумда асыҡ буласаҡтар. Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте ағзаларына мөрәжәғәт ебәрер өсөн «Электрон ҡабул итеү» бүлеге менән ҡулланығыҙ
Разработано командой ЦИТ Открытый регион http://openregion.info