Символика

«Асыҡ Республика» проекты тәү башлап сер булмаған дәүләт мәғлүмәттәрен асыуға, хөкүмәт органдары менән эш итеүҙе ябайлаштырыуға, уларҙың эштәренең үтә күренеүсәнлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.

«Асыҡ Республика» проектының символы - күктә осоусы ҡош. Уның киң йәйелгән ҡанаттары проекттың киңлеген һәм асыҡлығын сағылдыра.

Ҡош һүрәтен төшөрөүҙә ҡулланылған ябайлыҡ һәм еңеллек – киң, ҡоласлы алымдар - хөкүмәт органдары менән аралашыуҙағы ябайлыҡты символаштыра, дәүләт эшмәкәрлеге процестарын аңлауҙы еңеләйтә.

Осоусы ҡош электрон демократияла сағылдырылған азатлыҡты белдерә. Осоу иреклекте сағылдыра, шул иҫәптән фекер иреклеген дә. Осоусы ҡош электрон демократиялағы азатлыҡты сағылдыра һәм дәүләт мәғлүмәттәренә асыҡлығын күрһәтә.

Шулай уҡ символ граждандарҙың һәм хөкүмәт органдарының үҙ-ара мөнәсәбәтен сағылдыра. Тарихтан билдәле булыуынса, ҡоштар һәр ваҡыт кешеләр араһында коммуникация сараһы булған.

Үҙ фекереңде тәҡдим итеү

* Форма тик «Асыҡ Республика» проектына ебәреүгә тәғәйенләнгән. Модераторҙа тикшереү үткән фекерҙәр форумда асыҡ буласаҡтар. Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте ағзаларына мөрәжәғәт ебәрер өсөн «Электрон ҡабул итеү» бүлеге менән ҡулланығыҙ
Разработано командой ЦИТ Открытый регион http://openregion.info