Маҡсаттар

«Асыҡ Республика» проектының маҡсаттары:
  • региональ хөкүмәттең эшмәкәрлеге өҫтөндә йәмғиәт контроле механизмын булдырыу. Шул иҫәптән, асыҡ мәғлүмәттәр нигеҙендә идара итеү ҡарарҙарының эффектлығын бойондороҡһоҙ баһалау;
  • идара итеү органдарының эшмәкәрлеге тураһында асыҡ мәғлүмәт аша вазифа енәйәттәрен булдырмау;
  • дәүләт, ойошмалар һәм республика граждандары араһында мәғлүмәт менән ирекле алмашыу шарттарын тыуҙырыу (мәғлүмәти мөхит тыуҙырыу);
  • төрлө мәғлүмәттәргә инеү мөмкинселеге аша халыҡтың йәшәү сифаты күрһәткестәре һәм региондың предприятиелары үҫешенә уңайлы шарттар тыуҙырыу буйынса региондың көнәркәшлеген (конкурентлылығын) күтәреү;
  • ойошмалар һәм хөкүмәттең төрлө өлкәләрҙәге эшмәкәрлеге тураһында асыҡ мәғлүмәт аша Башҡортостан Републикаһына инвестицияларҙы йәлеп итеүҙе күтәреү;
  • йәмғиәт муллығын булдырыуға йүнәлтелгән Граждан проекттарын киңәйтеү өсөн шарттар тыуҙырыу.
«Асыҡ республика» проектының мәсьәләләре:
  • Дәүләт сере булмаған Башҡортостан Республикаһының хөкүмәт органдары мәғлүмәттәренә халыҡҡа инеү мөмкинселеген булдырыу.
  • регион хөкүмәте менән эш итеүҙе ябайлаштырыу;
  • Хөкүмәт ҡатламдары эшмәкәрлегенең үтә күренеүсәнлеген булдырыу.
«Асыҡ республика» проекты ниндәй мөмкинселектәр бирә аласаҡ:
  • урын һәм региональ кимәлдәге һорау һәм мәсъләләрҙе хәл иткәндә граждандандарҙың конструктив әүҙемлеген үҫтереү;
  • Хөкүмәт ҡатламдары эшен граждандар өсөн үтә күренмәле, эффектлы, һығылмалы, отчетлы итеп эшләү;
  • дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт күрһәтеү, дәүләт һәм муниципаль ресурстары менән идара итеү барышын камиллаштырыу, шул иҫәптән инновациялар аша;
  • Хөкүмәт вәкилдәре һәм республика халҡының компьютер грамотлығын үҫтереү, хөкүмәт органдарының эш барышын оптимизациялау, ведомстволар һәм муниципалитеттар эшенә масштаблы яңы программалы продукттарҙы индереү аша региондың мәғлүмәти технологиялар өлкәләрен үҫтереүҙе стимуллаштырыу.
Үҙ фекереңде тәҡдим итеү

* Форма тик «Асыҡ Республика» проектына ебәреүгә тәғәйенләнгән. Модераторҙа тикшереү үткән фекерҙәр форумда асыҡ буласаҡтар. Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте ағзаларына мөрәжәғәт ебәрер өсөн «Электрон ҡабул итеү» бүлеге менән ҡулланығыҙ
Разработано командой ЦИТ Открытый регион http://openregion.info