Изгелек ҡыл!

29 Май 2014

Ауыр хәлгә эләкһәк, йыш ҡына был ерҙә бәләм менән бер үҙем ҡапма-ҡаршы ҡалдым, тип хис итәһең. Ләкин улай тип уйларға кәрәкмәй! Тирә-яҡта изгелек һәм яҡшылыҡ күп. Күп кешеләр һәм ойошмалар һиңә ярҙамға килә ала.

"Асыҡ республика" порталы бәләгә эләккән кешеләр менән уларға ярҙам итә алырлыҡ ойошмалар менән бәйләнеш үткәрә. Ярҙамға мохтаж булған кешеләргә төрлө хәйриә йәмғиәттәрен, хакимиәт ағзаларын, ярҙам итә алыусы ябай кешеләрҙе табырға һәм уларҙың үҙ-ара эшмәкәрлеген юлға һалышырға ярҙам итә.

Порталда ярҙам алыуы бик еңел: тик ғаризаны тултырыға кәрәк. Ғаризаны биргәндән һуң уны баштан тикшерәләр һәм тап килгән хәйриә йәмғиәтенә ебәрәләр. Унда кәрәк булған ярҙам күрһәтелә. Һәр бер тамамланған ғариза, һәр кемдең хәл ителгән мәсьәләһе изге эштәр исемлегенә эләгә.

Һеҙ ҙә үҙегеҙ изге эш ҡыла алаһығыҙ, бының өсөн тик 3443 номерына "ДОБРО" һүҙе менән SMS хат яҙып ебәрергә кәрәк. Беҙ ошо ҡылған эшегеҙ өсөн бик рәхмәтле буласаҡбыҙ.

Беҙгә гел мөрәжәғәт итә алағыҙ, сөнки беҙ беләбеҙ - тирә яҡта изгелек бар!

Ҡарауҙар: 1352
Баһа:
2
Үҙ фекереңде тәҡдим итеү

* Форма тик «Асыҡ Республика» проектына ебәреүгә тәғәйенләнгән. Модераторҙа тикшереү үткән фекерҙәр форумда асыҡ буласаҡтар. Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте ағзаларына мөрәжәғәт ебәрер өсөн «Электрон ҡабул итеү» бүлеге менән ҡулланығыҙ
Разработано командой ЦИТ Открытый регион http://openregion.info