2014 йылдың 21-22 ноябрендә, төндә, Өфө ҡалаһында "программалаштырыу марафоны" - хакатон үткән

17 Ноябрь 2014

Программистарҙы саҡырабыҙ!

Хакатон профессиональ разработчиктарҙы, дизайнерҙарҙы, разработка төркөм етәкселәрен, шулай уҡ IT-индустрия эксперттарын йыя. Был сара Өфө ҡалаһында, үҙенсәлекле "Транзистор" кампусында, Радиовышка,1 урамында буласаҡ.

Өфөлә хакатондың старты- 19 с 00 мин 21 ноябрь, аҙағы - 18 с 30 мин 22 ноябрь. Тик программалаштырыуға арналған тәүлек! Ҡатнашыуға приложенияларҙа, программалаштырыу менән эш итә алған кешеләрҙе саҡырабыҙ. Бөтә ҡатнашыусылар мотлаҡ ошо һылтанма буйынса регистрация үтергә тейеш: http://ufadevcom.timepad.ru/event/161326/.

Өфөләге хакатонды ойоштороусылар: Асыҡ Региондың мәғлүмәт технологиялар үҙәге, үҙ аллы UFADevCom разработчиктары ойошмаһы һәм "Смарт-парк" коворкинг-үҙәге, сарала Башҡортостан Республикаһының дәүләт комитеты информатизация һәм "Асыҡ республика" системаһының эшләүе буйынса һорауҙарҙа ярҙам итә.

Хакатонда өс номинация ҡаралған:

  1. Иң яҡшы мобиль приложение йәки сервис
  2. Иң яҡшы десктоп приложение
  3. "Асыҡ республика" өсөн иң яҡшы приложение

Хакатон- ул йәш программистарға, дизайнерҙарға ярҙам итеү, уларҙың танышып, бергә эш итә алһындар өсөн ярҙам күрһәтеү. Хакатон бөтә ил буйлап уҙғарыла, ул глобаль тренд. Рәсәйҙә тәүге тапҡыр ул Мәскәүҙә үткәрелә, ә бөгөнгө көндә хакатон төндәре башҡа күп ҡалаларҙа уҙғарыласаҡ.

Белеүебеҙсә, Өфөлә һәйбәт программистар һәм йәш студенттар ошо перспектив тема менән ҡыҙыҡһына. Башҡортостандың информатизация буйынса дәүләт комитеты бындай сараларҙа ҡатнашып, ярҙам итеп торорға һәр ваҡыт әҙер. Ринат Шәғәлин әйтеүенсә: "Программалаштырыу- IT-өлкәнең мөһим өлөшө һәм хәҙер уны республикала үҫтереү өсөн иң шәп ваҡыт".

Хакатон*(ингл. hackathon) - сара (программалаштырыу марафоны), ул сара ваҡытында программаны тәьмин итеүҙә төрлө яҡтан белгестәр (программистар, дизайнерҙар, менеджерҙар) бергәләшеп берәй ниндәй ҡатмарлы мәсьәләне хәл итәләр. Ғөмүмән, хакатондар бер көндән алып бер аҙнаға тиклем булырға мөмкин.

Ҡарауҙар: 1212
Баһа:
2
Үҙ фекереңде тәҡдим итеү

* Форма тик «Асыҡ Республика» проектына ебәреүгә тәғәйенләнгән. Модераторҙа тикшереү үткән фекерҙәр форумда асыҡ буласаҡтар. Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте ағзаларына мөрәжәғәт ебәрер өсөн «Электрон ҡабул итеү» бүлеге менән ҡулланығыҙ
Разработано командой ЦИТ Открытый регион http://openregion.info