Уңышлы хакатон

25 Ноябрь 2014

22-23 ноябрҙә Өфөлә беренсе төнгө хакатон уҙғарыла, уны Асыҡ Регион информацион технологиялары Үҙәге ойоштора, Үҙәк ирекле, UFADevCom разработчиктарының һәм "Смарт-парк" коворкинг-үҙәгенең берләшмәһе, "Асыҡ Республика" системаһының информатизация һәм эшмәкәрлек һорауҙары буйынса Башҡортостан республикаһының дәүләт комитеты ярҙамында уҙғарыла. Сараның спонсорҙары булып Асыҡ регион информацион технологиялар үҙәге һәм Фермо компанияһы тора.

Башта ҡатнашыусыларҙың дөйөм һаны 75 кеше тәшкил итә. Фекерҙәрҙе туплағандан һуң 7 уйлап сығарыусылар (разработчик) командалары килеп сыға, улар төнө буйына эшләп сыға.

"Мобиль приложениялар" номинацияһында беренселекте Run Away проекты яулай. Был приложение, ғәҙәттән тыш хәл тыуғанда, кешеләрҙе бинанан нисек итеп эвакуацияларға, ниндәй саралар күрергә, үҙеңде нисек тоторға өйрәтер өсөн тәғәйенләнгән.

"Мобиль приложениялар" номинацияһында икенсе урынды OnDemand проекты яулай. Был проект дуҫтарыңды табырға ярҙам итә.

Өсөнсө урынды "Мобиль приложениялар" номинацияһында "Медик викторина: Че Медик?" (Goodle Play сайтында табырға була) проекты ала.

"Асыҡ мәғлүмәттәрҙең визуализацияһы" проекты "Асыҡ Республика" проекты өсөн иң яҡшы приложение" номинацияһында еңә.

"Маршрутка өсөн будильник" һәм Му FitnessClub проекттары айырым бүләктәр менән билдәләнә. Му FitnessClub - күнегеүҙәр һәм спорт программаларын ойошторғанда махсус баһалау системаһы.



Ҡарауҙар: 1201
Баһа:
3
Үҙ фекереңде тәҡдим итеү

* Форма тик «Асыҡ Республика» проектына ебәреүгә тәғәйенләнгән. Модераторҙа тикшереү үткән фекерҙәр форумда асыҡ буласаҡтар. Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте ағзаларына мөрәжәғәт ебәрер өсөн «Электрон ҡабул итеү» бүлеге менән ҡулланығыҙ
Разработано командой ЦИТ Открытый регион http://openregion.info