IT-Башҡортостан: фекер алмашыуҙың яңы форматын барлыҡҡа килтереү

4 Декабрь 2014

Яңыраҡ уҙғарылған программалаштырылған хакатон марафонында Ринат Шәғәлин үҙенең тәбрик һүҙендә декабрҙә мотлаҡ IT-төркөмсәләренең кире бәйләнеше өсөн канал яһаласаҡ, тип һүҙ бирҙе. Ринат Шәғәлин һүҙендә торҙо - хәҙер республика халҡы, IT өлкәһендәге белгестәр Башҡортостандың мәғлүмәт технологияларының үҫеше тураһында үҙ ҡарашын, баһаламаһын ҡалдыра аласаҡ. Бының өсөн смартфонығыҙға Тelegram приложениеһын урынлаштырырға (ҡуйырға) һәм ошо мессенджер аша Башҡортостан Республикаһы информатизация буйынса дәүләт комитетының номерына яҙырға кәрәк - +79378310551. Telegram аша алынған бөтә хәбәрҙәргә дәүләт комитеты рәйесенән - Ринат Шәғәлиндән яуап биреләсәк. Иң актуаль һәм ҡыҙыҡлы хәбәрҙәрҙең авторҙары Башҡортостан Республикаһы дәүләт комитетының информатизация буйынса рәйесе менән осрашыуға саҡырыласаҡ, улар даими нигеҙләнгән информацион технологиялар буйынса йәмғиәт кәңәшмәһе ҡатнашыусылары була алалар, шулай уҡ киләсәктә булдырыласаҡ IT-проекттарҙа ҡатнашыуҙары ла мөмкин.

Telegram - текст хәбәрҙәр һәм төрлө форматтағы медиа файлдар менән алмашыуҙа мөмкинселек итеүсе смартфондар өсөн түләүһеҙ мессенджер. Хатта 200 кешелек чаттар ойошторорға була. Telegram проектының идеологы һәм рухландырыусыһы - Павел Дуров.

"Асыҡ Республика" системаһының информатизация һәм эшмәкәрлек һорауҙары буйынса Дәүләт комитеты пресс-службаһы.

Ҡарауҙар: 1454
Баһа:
2
Үҙ фекереңде тәҡдим итеү

* Форма тик «Асыҡ Республика» проектына ебәреүгә тәғәйенләнгән. Модераторҙа тикшереү үткән фекерҙәр форумда асыҡ буласаҡтар. Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте ағзаларына мөрәжәғәт ебәрер өсөн «Электрон ҡабул итеү» бүлеге менән ҡулланығыҙ
Разработано командой ЦИТ Открытый регион http://openregion.info