Мәскәүҙә асыҡ мәғлүмәттәр буйынса Совет уҙғарыла

15 Июнь 2015

Бөгөн, 15.06.2015 й., Мәскәү ҡалаһында "Асыҡ мәғлүмәттәр Советы" асыҡ хөкүмәтенең эшмәкәрлеген координациялау буйынса Хөкүмәттең эш төркөмө ултырышы булды. Унда 2015-2016 йылдарҙағы асыҡ мәғлүмәттәр өлкәһендәге көнүҙәк һорауҙар, шулай уҡ дәүләт һәм муниципаль асыҡ мәғлүмәттәрен ҡулланыуға нигеҙләнгән продукция һәм уңайлыҡтар етештереү буйынса дәүләт, йәмғиәт һәм эшҡыуарлыҡтың үҙ-ара эшмәкәрлеге тураһында һорауҙар ҡаралды. Ултырышта Башҡортостан Республикаһы информатизация буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ринат Шәғәлин ҡатнашты.

Ултырыштың башы - 14.30 с. (МСК), сараның онлайн-тапшырыуына һылтанма: http://yandex.ru/promo/oda/broadcast

Совет ултырышы барышында алдынғы проекттар тураһында Рәсәй Федерацияһының министры Михаил Абызов, Мәскәү мэры Сергей Собянин, ООО "Яндекс" генераль директоры Сергей Шульгин һөйләп үтәсәк.

Ултырыштың икенсе бүлеге ҡала һәм региондарҙың асыҡ мәғлүмәттәре хеҙмәтенә арналған. Рәсәй Федерацияһы региондары вәкилдәре асыҡ мәғлүмәттәрҙе баҫып сығарыуҙың ижтимағи-иҡтисади эффектына баһа, асыҡ мәғлүмәттәр менән артабан эш итеүҙең алға китеүсәнлеге тураһында һөйләйәсәк.

"Асыҡ мәғлүмәттәр (ингл.open data) - төп идеяһы билдәле ниндәй ҙә булһа мәғлүмәттәр машина уҡырлыҡ ирекле ҡулланыуҙа һәм автор хоҡуҡтарын сикләмәй, патент һәм башҡа контроль механизмдарһыҙ артабанғы републикация эшләргә мөмкинселеге булырға тейешле тигән концепция", Википедияла уға тап ошондай билдәләмә бирелгән.

Башҡортостан Республикаһында дәүләт өлкәһендәге асыҡ мәғлүмәттәр буйынса эш 2013 йылдан алып барыла, тиҙҙән асыҡ мәғлүмәттәрҙең республика порталы асылыуы планлаштырыла.

Башҡортостан Республикаһының информатизация буйынса дәүләт комитетының пресс-службаһы.

Фото материалдары

Мәскәүҙә асыҡ мәғлүмәттәр буйынса Совет уҙғарыла
Ҡарауҙар: 1372
Баһа:
2
Үҙ фекереңде тәҡдим итеү

* Форма тик «Асыҡ Республика» проектына ебәреүгә тәғәйенләнгән. Модераторҙа тикшереү үткән фекерҙәр форумда асыҡ буласаҡтар. Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте ағзаларына мөрәжәғәт ебәрер өсөн «Электрон ҡабул итеү» бүлеге менән ҡулланығыҙ
Разработано командой ЦИТ Открытый регион http://openregion.info