Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДӘҮЛӘТ ҠОРОЛОШО

Просмотров: 171

Башҡортостан бөгөнгө Рәсәй биләмәһендә иң тәүге милли автономиялы республикаларҙың береһе. 1971 йылдың 15 ноябрендә Башҡурдистан (Башҡортостан) автономияһы иғлан ителә. 1919 йылдың 20 мартында «Үҙәк Совет власының Башҡорт Хөкүмәте менән Совет Автономиялы Башҡортостан тураһында килешеүе»нә ҡул ҡуйыу һөҙөмтәһендә Башҡорт Совет Республикаһын булдырыу юридик яҡтан нығытыла. Бөтә Рәсәй Үҙәк башҡарма комитетының 1922 йылдың 14 июнендәге декреты буйынса рәсми документтарҙа Автономиялы Башҡорт Социалистик Совет Республикаһы булараҡ йөрөтөлә башлай. 20-се б. 20-се йылдарының икенсе яртыһында Башҡорт Автномиялы Совет Социалистик Республикаһы исемен ала. 1936 йылда СССР Конституцияһында, 1937 йылда РСФСР һәм БАССР Конституцияларында был атама нығытыла. 1990 йылдың 11 октябрендә Дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул итеүгә бәйле Башҡорт Совет Социалистик Республикаһы – Башҡортостанға үҙгәртелә, 1992 йылдың 25 февраленән республика бөгөнгө атамаһында.

Башҡортостан Республикаһының хоҡуҡи статутысы РФ, БР Конституциялары һәм башҡа норматив-хоҡуҡи акттар менән билдәләнә. Республиканың юғары вазифаһы – БР башлығы. Властың һайланыусы һәм закон сығарыусы юғары органдары – БР-ҙың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай. Башҡарма властың юғары органы – БР Хөкүмәте. Хөкөм итеү власы БР-ҙың Конституция суды, урындағы, федераль һәм мировой судтар аша башҡарыла. РФ һәм РБ Конституцияларын үтәүгә БР Прокуратураһы контроллек итә. Административ-территориаль ҡоролош, административ-территориялар берәмектәрҙе булдырыу, үҙгәртеү һәм бөтөрөү тәртибе мәсьәләләре, республика биләмәләрен ҡала һәм ауыл пункттарына индереү критерийҙары республика ҡануниәте менән көйләнә. БР-ҙа милекселектең бөтә формалары ла берҙәй һаҡлана һәм тәьмин ителә. Республиканың дәүләт символикаһы, дәүләт теле бар.

Дата публикации: 30.05.2019
Дата последнего обновления публикации: 30.05.2019