Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КИНЙӘБАЕВ Рәлиф Мөстәҡим улы

Просмотров: 7

КИНЙӘБАЕВ Рәлиф Мөстәҡим улы (1.1.1957, БАССР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны Ҡабыҡҡыуыш а.), драматург. БР‑ҙың атҡ. матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙм‑ре (2003). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1990). Стәрлетамаҡ пед. ин‑тын тамамлаған (1980). 1981 й. алып Стәрлебаш р‑ны Ҡалҡаш урта мәктәбе директоры. 1985 й. башлап “Башҡортостан” гәз. үҙ хәбәрсеһе, 1999 й. — баш мөхәррире, 2011 й. — “Һәнәк” ж., бер үк ваҡытта 2016 й. алып “Ағиҙел” ж. баш мөхәррире. “Һыу юлында һылыу ҡыҙ” исемле тәүге китабы 1988 й. сыға. “Йәйҙең һуңғы көндәре” (1992) китабына ингән повесть һәм хикәйәләрендә, “Эх, Байтимер дуҫ!”, “Айғырыңды үтескә бир!..”, “Гүргә инер сер ине...” һ.б. пьесаларында хәҙ. замандың әхлаҡ мәсьәләләре күтәрелә. Пьесалары БР һәм РФ‑тың башҡа төбәктәре театрҙарында ҡуйыла.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019