Список материалов
АБСУРД ДРАМАҺЫ
АБСУРД ДРАМАҺЫ, 20 б. 2-се яртыһында Көнб. Европа драматургияһы һәм театрындағы ағым. А.д. өсөн мөһим булған “абсурд” төшөнсәһе экзистенциализм философияһына барып тоташа һәм ысынбарлыҡты фажиғәле ҡапма‑ҡаршылыҡлы, алогизмлы, иррациональ итеп интерпретациялауҙы күҙ уңында тота (А.Камюҙың “Сит кеше” —...
АКСАКОВ Сергей Тимофеевич
АКСАКОВ Сергей Тимофеевич (20.9.1791, Өфө — 30.4.1859, Мәскәү, Новодевичье зыяратында ерләнгән), урыҫ яҙыусыһы. Бала сағы Өфөлә һәм Ырымбур губ. Боғорослан өйәҙендә нәҫелдән нәҫелгә күсә килгән Яңы Аксаков имениеһында (Ырымбур өлк. Боғорослан р‑ны Аксаков а.) үтә. Ҡазан ун‑тында уҡый (1805—07). 1808...
АКСАКОВТАР
АКСАКОВТАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Степан Михайлович А. — 18 б. уртаһында Сембер губернаһынан Ырымбур губернаһына күсә. Уның улы — Тимофей Степанович А., Өфө юғары земство суды прокуроры. 3 улы була, уларҙың иң билдәлеһе Сергей Тимофеевич А. (ҡара: С.Т.Аксаков). Уның улдары:...
АКЦЕНТЛЫ ШИҒЫР
АКЦЕНТЛЫ ШИҒЫР, һәр юлда баҫымдар һаны бер төрлө, ижектәр һаны төрлө булған ярым ирекле шиғыр системаһы. А.ш. күп кенә урыҫ былиналарына һәм тарихи йырҙарына хас күренеш, 1910—20 йй. урыҫ шиғриәтендә ҙур урын алған. Башҡ. шиғриәтендә А.ш. ритмик нигеҙен Р.Ниғмәти В.В.Маяковский шиғырҙарын һәм поэмаларын...
АЛЬМАНАХ
АЛЬМАНАХ (ғәр. әл‑манах — календарь), ниндәй ҙә булһа билдә (тема, жанр, төбәк) б‑са берләшкән әҙәби әҫәрҙәр тупланған периодик булмаған йыйынтыҡ. Башҡортостанда Яҙыусылар союзының бер нисә А. сыға. “Литературный альманах” (“Әҙәби альманах”; 1934) һәм “Литературная Башкирия” (“Әҙәби Башҡортостан”; 19...
АНТОЛОГИЯ
АНТОЛОГИЯ (гр. anthologiá — сәскәләр йыйылмаһы), төрлө авторҙарҙың билдәле бер осорҙо, йүнәлеште, халыҡты сағылдырған һайлап алынған әҫәрҙәре (әҙәби, фәлсәфәүи, муз.) йыйынтығы. Башҡорт әҙәбиәтендә тәүге А. — М.М.Биксурин төҙөгән “Башҡорт хикәйәләре һәм повестары” (1845—1849) китабы. Башҡ. халыҡ йырҙары...
ӘҘӘБИ КОНКУРСТАР
ӘҘӘБИ КОНКУРСТАР, иң яҡшы әҙәби әҫәрҙе асыҡлау маҡсаты м‑н үткәрелгән бәйгеләр. Башҡорт әҙәбиәте тарихында әйтеш Ә.к. тәүге формаһы булып тора. Рәсми рәүештә Ә.к. 1920 йй. 2‑се ярт. үткәрелә башлай. Ойоштороусылары – дәүләт органдары, йәмәғәт ойошмалары, ижади союздар (Башҡортостан пролетар яҙыусылар...
ӘҘӘБИӘТ ҒИЛЕМЕ
ӘҘӘБИӘТ ҒИЛЕМЕ, нәфис әҙәбиәтте, уның асылын һәм спецификаһын, килеп сығышын, йәмғиәттәге функцияһын, тарихи‑әҙәби процесс законлыҡтарын өйрәнгән фән тармағы. 3 төп йүнәлеше бар: әҙәбиәт теорияһы – әҙәби ижадтың төп элементтарының (шиғри тел, әҙәби жанрҙар,шиғыр төҙөлөшөһ.б.) асылын һәм функциональ...
ӘҘӘБИӘТ ҺӘМ СӘНҒӘТ ДЕКАДАЛАРЫ ҺӘМ КӨНДӘРЕ
ӘҘӘБИӘТ ҺӘМ СӘНҒӘТ ДЕКАДАЛАРЫ ҺӘМ КӨНДӘРЕ, әҙәбиәт һәм сәнғәт ҡаҙаныштарын күрһәтеү; милли мәҙәниәтте пропагандалау һәм ижади бәйләнештәрҙе нығытыу формаларының береһе. Уларҙы ойоштороу традицияһы СССР‑ҙа 20 б. 30‑сы йй. 2‑се ярт. барлыҡҡа килә. Яҙыусыларҙың, композиторҙарҙың, рәссамдарҙың ижади союздары,...
БАЛАЛАР ӘҘӘБИӘТЕ
БАЛАЛАР ӘҘӘБИӘТЕ, 1) мәктәпкәсә һәм мәктәп йәшендәге балалар өсөн махсус яҙылған әҫәрҙәр. Башҡ. поэзияһында балалар өсөн тәүге әһәмиәтле әҫәрҙәр 19 б. 2-се яртыһында ижад ителә: Ғ.Соҡоройҙоң “Дөрре Ғәли” (1873; “Ғәли ынйылары”) шиғырҙар йыйынтығы, Аҡмулланың тәбиғәт т‑да һәм дидактик‑мәғрифәтсел шиғырҙары,...
БАШҠОРТ ӘҘӘБИӘТЕ
БАШҠОРТ ӘҘӘБИӘТЕ. Б.ә., боронғо төрки әҙәбиәте һәм көнсығыш әҙәбиәте традицияларына таянып, башҡ. фольклоры нигеҙендә үҫешә. Башҡ. һүҙ сәнғәтенең иң боронғо ҡомартҡылары болғар осорона (ҡара: Волга буйы Болғары) ҡарай. Волга буйы Болғары осоронда Урал‑Волга буйы халыҡтарының төрлө этник төркөмдәренең...
БАШҠОРТОСТАН ПРОЛЕТАР ЯҘЫУСЫЛАР АССОЦИАЦИЯҺЫ
БАШҠОРТОСТАН ПРОЛЕТАР ЯҘЫУСЫЛАР АССОЦИАЦИЯҺЫ, БАПП, Рәсәй пролетар яҙыусылар ассоциацияһының респ. әҙәби ойошмаһы. 1928 й. нояб. Өфөлә 1‑се ҡала пролетар яҙыусылар конф. ойошторола. 1932 й. тиклем эшләй. Ассоциацияның төп бурысы: башҡорт әҙәбиәтендә соц. идеологияны раҫлау. Ойошманың матбуғат органдары...
БАШҠОРТОСТАН РӘСӘЙ ҺӘМ ЯҠЫН СИТ ИЛ ХАЛЫҠТАРЫ ӘҘӘБИӘТЕНДӘ
БАШҠОРТОСТАН РӘСӘЙ ҺӘМ ЯҠЫН СИТ ИЛ ХАЛЫҠТАРЫ ӘҘӘБИӘТЕНДӘ. Башҡортостандың тарихы һәм бөгөнгөһө, уның мәҙәниәте төрлө халыҡтарҙың нәфис әҙәбиәтендә сағылыш таба. Башҡорттарҙың һәм татарҙарҙың тел, рухи һәм терр. яҡынлығы татар яҙыусыларының Башҡортостан т‑да байтаҡ әҫәрҙәре барлыҡҡа килеүгә сәбәпсе була....
БАШҠОРТОСТАН УРЫҪ ӘҘӘБИӘТЕНДӘ
БАШҠОРТОСТАН УРЫҪ ӘҘӘБИӘТЕНДӘ. Урыҫ әҙәбиәтендә башҡорттар хаҡындағы иң тәүге мәғлүмәттәр 15—16 бб. йылъяҙмаларына барып тоташа. 19 б. 40—50‑се йй. Башҡортостан хаҡындағы тарихи-геогр. мәҡәләләр, хикәйәләр һәм очерктарҙы В.С.Лосиевский баҫтыра. 19—20 бб. башында урыҫ әҙәбиәтендә башҡ. тематикаһын С.Т.Аксаков,...
БИБЛИОГРАФИЯ
БИБЛИОГРАФИЯ (гр. biblion — китап һәм ...графия), 1) документтар, ҡулъяҙма һәм баҫма әҫәрҙәр т‑да төп мәғлүмәттәрҙе әҙерләү һәм тәҡдим итеү. Әҫәрҙәрҙе фәнни нигеҙҙә айырыуҙы, уларҙы айырым билдәләр б‑са анализлау һәм туплауҙы, тасуирлауҙы, системаға һалыуҙы, белешмәләр, исемлектәр, әҙәбиәткә күҙәтеүҙәр...
БОРОНҒО ТӨРКИ ӘҘӘБИӘТ
БОРОНҒО ТӨРКИ ӘҘӘБИӘТ, боронғо һәм урта быуат төрки әҙәби телдәрендә ижад ителгән әҫәрҙәрҙә сағылыш таба. Б.т.ә. өлгөләренең беҙгә тиклем килеп еткән иң боронғолары булып ҡәбер стелаларында һәм таштарында уйып яҙылған боронғо төрки руник яҙмалар (Орхон-Йәнәсәй ҡомартҡылары телендә яҙылған) һанала. Орхон...
ВАСИЛЬЕВ Серафим Алексеевич
ВАСИЛЬЕВ Серафим Алексеевич [21.6.1903, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Һыуыҡҡул а. (БР‑ҙың Йәрмәкәй р‑ны) — 22.6.1989, Түб. Троицк ҡсб (Туймазы ҡ.), хәҙ. БР‑ҙың Туймазы р‑ны], шағир. Б.В. һуғышында, 1945 й. совет‑япон һуғышында ҡатнашыусы. 1936—42 йй., 1945—63 йй. Түб. Троицк буҫтау ф‑каһында эшләй. “Әсә” (1969;...
ВӘЛИЕВ Фәйзи
ВӘЛИЕВ Фәйзи [Фәйзрахман Ислам улы; 1892, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Шәрип а. (БР‑ҙың Кушнаренко р‑ны) — 29.11.1941, Өфө], яҙыусы. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. “Ғәлиә” мәҙрәсәһендә (1912), Г.В.Плеханов ис. Мәскәү халыҡ хужалығы ин‑тында (30‑сы йй. башы) уҡыған. 1919 й. алып РСФСР‑ҙың...
ВӘЛИШИН Роман Григорьевич
ВӘЛИШИН Роман Григорьевич (Ғәлиәскәр улы) (13.12.1937, БАССР-ҙың Ҡалтасы р‑ны Үрге Тиктәм а. — 10.11. 1979, Ижевск), яҙыусы. Удмурт пед. инт‑ын тамамлағандан һуң (Ижевск, 1961) Удмурт АССР‑ында йәшәй һәм эшләй: 1967 й. алып Грахов р‑нының “Сельская новь” (“Ауыл сиҙәме”) гәз. баш мөхәррире, 1970 й. —...

