Список материалов
АГРОНОМИК МӘҒДӘНДӘР
АГРОНОМИК МӘҒДӘНДӘР, минераль ашламалар сифатында йәки улар өсөн сеймал итеп ҡулланылған һәм составында фосфор (апатиттар, фосфориттар), калий (глауконит, карналлит, сильвин), азот (тәбиғи калий һәм натрий селитралары) булған тау тоҡомдары һәм минералдар. Шулай уҡ төп тәғәйенләнешле булмаған ашламаларға...
АҒИҘЕЛ ДЕПРЕССИЯҺЫ
АҒИҘЕЛ ДЕПРЕССИЯҺЫ, Урал алды бөгөлөндәге беренсе дәрәжәле ҙур кире тектоник структура. Палеозой һәм палеозой алды ултырмаларында айырыла. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көнбайыш битләүе буйлап һуҙыла. Төньяҡта Ҡаратау ҡалҡыуы, көньяҡта Шихан-Ишембай биләне, көнбайышта Благовещен уйпатлығы, көнсығышта...
АҠТАНЫШ‑ШИШМӘ БӨГӨЛӨ
АҠТАНЫШ‑ШИШМӘ БӨГӨЛӨ, тау тоҡомдары м‑н тулып етмәгән кире тектоник структура. Кама-Кинәле бөгөлдәре системаһының үҙәк өлөшөн биләй. Сарапул бөгөлөнән Урал алды бөгөлөнә тиклем һуҙыла. Төньяҡ‑көнсығыш борты — Башҡорт палеокөмбәҙенең, көньяҡ-көнсығыш борты Көньяҡ Татар көмбәҙенең ситке өлөштәре м‑н сиктәш...
АЛАТАУ СВИТАҺЫ
АЛАТАУ СВИТАҺЫ, урындағы ташкүмер системаһының стратиграфик бүлексәһе (ҡара: Карбон). Д.В.Наливкин (1926) Алатау тауы районында айырып күрһәтә. Ултырмаларҙың тасуирламаһын А.П.Тяжёва (1940), Г.В.Вахрушев (1951), А.К.Крылова (1958), З.А.Синицина (1974), В.Н.Пазухин (1980) бирә. Ултырмалар төньяҡта Ләмәҙ й....
АЛТЫН МӘҒДӘНЕ ЯТҠЫЛЫҠТАРЫ
АЛТЫН МӘҒДӘНЕ ЯТҠЫЛЫҠТАРЫ, Ер аҫтындағы алтын мәғдәндәренең ҙурлығы, сифаты һәм ятыш шарттары б‑са сәнәғәттә эшкәртеүгә яраҡлы тәбиғи тупланмалары. Барлыҡҡа килеүе б‑са А.м.я. эндоген һәм экзоген ятҡылыҡтарға бүленә. Экзогендары — химик ашалыу ҡатлауҙары һәм окисланыу зоналарынан (карст зонаһы, “тимер...
АЛТЫН ТАБЫУ СӘНӘҒӘТЕ
АЛТЫН ТАБЫУ СӘНӘҒӘТЕ, алтын мәғдәне ятҡылыҡтарынан һәм һибелмә ятҡылыҡтарҙан алтын табыу б‑са тау сәнәғәте тармағы. 18 б. уртаһынан Башҡортостанда алтын һәм башҡа затлы металдарҙы эҙләү һәм табыуҙы мәғдән белгестәре һәм мәғдән эҙләүселәр алып бара. Ырымбур губернаһында сәнәғәт өсөн алтын табыу 1823 й....
АРЛАН НЕФТЬ ЯТҠЫЛЫҒЫ
АРЛАН НЕФТЬ ЯТҠЫЛЫҒЫ, РФ‑та иң эре ятҡылыҡтарҙың береһе һәм БР‑ҙа иң ҙуры. Респ. төньяҡ-көнбайышында Краснокама, Ҡалтасы, Дүртөйлө, Илеш р‑ндарында һәм Удмурт Респ. көньяҡ‑көнсығышында урынлашҡан. Бөрө биләненең Арлан ҡалҡыуына тура килә. Оҙонлоғо яҡынса 120 км, киңлеге 10—25 км. Ятыштары көмбәҙле,...
АҪЫЛ ТАШТАР
АҪЫЛ ТАШТАР, зәргәрлек эшендә ҡулланылған, үҙенә генә хас үҙенсәлектәре булған минералдар. Күпселеге үтә күренмәле, ялтыр, юғары ҡатылыҡта, көслө яҡтылыҡты таратыу, ҡырлауҙы ҡабул итеү һәләте булыуы м‑н айырыла; матур саф төҫтә йәки төҫһөҙ була. А.Е.Ферсман һәм М.Бауэр классификацияһына ярашлы, берләштерелеүсе...
ӘРТӘ ЯРУСЫ
ӘРТӘ ЯРУСЫ, аҫҡы пермь бүлегенең аҫтан өсөнсө бүлексәһе. Һаҡмар ярусында ята, көңгөр ярусы м‑н ҡаплана. А.П.Карпинский тарафынан айырып күрһәтелә (1874), исеме Әртә заводынан алынған. Стратотибы балсыҡлы эзбизташтар ҡатыш полимиктлы терриген ултырмаларҙан тора; ҡалынлығы 600—1500 м. Фузулинидалар, аммоноидеялар,...
ӘСЕЛЕ ЯРУСЫ
ӘСЕЛЕ ЯРУСЫ, пермь системаһының (ҡара: Пермь) аҫҡы бүлексәһе. Гжель ярусында ята, һаҡмар ярусы м‑н ҡаплана. В.Е.Руженцев тарафынан Көньяҡ Урал янындағы Әселе й. (Оло Эйек й. ҡушылдығы) буйында айырыпкүрһәтелә(1954). Стратотибы конгломераттарҙан тора, өҫкө өлөшөндә органоген‑киҫәкле һәм афанитлы эзбизташтар...
ӘҮЖӘН СВИТАҺЫ
ӘҮЖӘН СВИТАҺЫ, урта рифейҙың урындағы стратиграфик бүлексәһе. К.А.Львов тарафынан айырып күрһәтелә (1933). Ултырмалар М.И. Гарань (1937, 1963, 1969), О.П.Горяинова,Э.А.Фалькова(1940),В.И.Козлов (1978,1982,1988),Н.Н.Ларионов(1985, 1994), А.В.Маслов (1990, 2000, 2001) тарафынан тасуирлана. 6 ярым свитаға...
БАЙҠЫБАШ-ҠОЛҒАН УЙПАТЛЫҒЫ
БАЙҠЫБАШ-ҠОЛҒАН УЙПАТЛЫҒЫ, беренсе дәрәжәле ҙур кире тектоник структура. М.М.Алиев тарафынан венд ултырмаларында айырып күрһәтелә (1977). Аҫтына түшәлгән архей-урта протерозой һәм рифей ҡатламдарына ҡарата япма булып тора. Көньяҡ Урал яны буйлап һуҙыла, Башҡортостандың үҙәк, көнсығыш һәм көньяҡ өлөштәрен...
БАЙМАҠ‑БҮРЕБАЙ СВИТАһЫ
БАЙМАҠ‑БҮРЕБАЙ СВИТАһЫ, девондың урындағы стратиграфик бүлексәһе. Ф.И.Ковалёв Баймаҡ ҡ. һәм Хәйбулла р‑ны Бүребай а. тирәһендә ирәндек свитаһы составынан айырып күрһәтә (1948). Ултырмаларҙың тасуирламаһын И.С.Анисимов (1967), М.Ш.Биков (1967), А.А.Захаров (1967), А.М.Косарев (1973), А.И.Кривцов (1970),...
БАҠЫР КОЛЧЕДАНЫ МӘҒДӘНДӘРЕ
БАҠЫР КОЛЧЕДАНЫ МӘҒДӘНДӘРЕ, составында көкөрт колчеданы, баҡыр һ.б. төҫлө металдар сульфиды булған тәбиғи минераль ҡатламдар. Төп мәғдән минералдары — пирит, халькопирит, сфалерит, ҡайһы бер ятҡылыҡтарҙа төп минерал — пирит — пирротин һәм магнетит м‑н ассоциациялаша. Аҙ миҡдарҙа — борнит, халькозин,...
БАҠЫР КОЛЧЕДАНЫ ЯТҠЫЛЫҠТАРЫ
БАҠЫР КОЛЧЕДАНЫ ЯТҠЫЛЫҠТАРЫ, башлыса сульфид (пирит) составыһәм ер ҡатламы үҫеше океан һәм утрауҙар дуғаһы стадияларының натрий серияһы вулканоген ҡатламдарына тура килеүе хас булған баҡыр һәм баҡыр-цинк комплекслы ятҡылыҡтар ғаиләһе. Б.к.я. сәнәғәттәге әһәмиәте мәғдәндәр составында баҡыр, цинк, ҡурғаш,...
БАШҠОРТ КӨМБӘҘЕ
БАШҠОРТ КӨМБӘҘЕ, Волга-Урал нефтле, газлы провинцияһының беренсе дәрәжәле ыңғай тектоник структураһы. Л.Н.Розанов тарафынан айырып күрһәтелә (1952). В.Д.Наливкин (1954), Г.П.Ованесов (1962), В.С.Голубев (1967) һ.б. өйрәнә. Палеозой алды һәм палеозой ултырмаларында айырыла. Уҫы-Ҡалтасы бөгөлөнә ҡарата...
БАШҠОРТ МЕГАНТИКЛИНОРИЙЫ
БАШҠОРТ МЕГАНТИКЛИНОРИЙЫ, Башҡорт антиклинорийы, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының иң ҙур ыңғай тектоник структураһы; дизъюнктив боҙоҡлоҡтар м‑н ҡатмарланған эре структураларҙан торған ҡалҡыулыҡ. Субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Төньяҡ сиге — төньяҡ киңлектең 56°, көньяҡ-көнсығышы һәм көньяғы — Йылайыр...
БАШҠОРТ ЯРУСЫ
БАШҠОРТ ЯРУСЫ, карбондың урта бүлегенең түбәнге бүлексәһе. Серпухов ярусында ята, мәскәү ярусы м‑н ҡаплана. С.В.Семихатова Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының Еҙем һәм Йүрүҙән йй. басс. Үрге Лука ҡасабаһы (Силәбе өлк.) янындағы Йүрүҙән й. типик киҫелеше булған һул ярында айырып күрһәтә (1934). Аҫҡын й. (Инйәр...
БӘЛӘБӘЙ СВИТАһЫ
БӘЛӘБӘЙ СВИТАһЫ, пермдең урындағы стратиграфик бүлексәһе. М.Э.Ноинский Бәләбәй р‑ны сиктәрендә айырып күрһәтә (1932). Ултырмалар Е.И.Тихвинская (1946), Н.Н.Форш (1951), В.А.Чердынцев (1937), М.А.Юнысов (1980) тарафынан тасуирлана. Б.с. ултырмалары БР‑ҙың төньяғында һәм Урта Кама буйында, үрге өлөшө...
БЕЛАН Лариса Николаевна
БЕЛАН Лариса Николаевна (7.4.1967, БАССР-ҙың Учалы р‑ны Учалы а.), географ, геоморфолог. Геогр. ф. канд. (1997), геол.-минералогия ф. д‑ры (2008). БДУ‑ның геогр. (1989) һәм психология (2008) ф‑ттарын тамамлаған. 1989 й. алып Ағиҙел йылға пароходсылығы инженер-геологы. 1990 й. башлап БДУ‑ла (2005—07 йй....

